Ural Vasyaty

Ural Vasyaty

Singer(s):
Release Date:
July 18, 2025 (9 months ago)
Genre:
Folk-Rock
Original Language:
Bashkir (Башҡорт теле) (Original)
Translations:
Turkish (Türkçe)
Info:
Published: Modified:

Lyrics & Translations

56 Lines 160 Words 3 Verses
Verse 1

Борон-борон-борондан

Башлана шул васыят,

Урал батыр ҡалдырған,

Йолаларҙың асылы:

Килә торор халыҡҡа

Яуызлыҡ гел яу булып,

Һәәәәй

Ябырылыр дау булып (Хәй Хәй Хәй Хәй)

Ирмен, тигән ир-батыр,

Шып-шым карап торормо?!

Яуызлыҡҡа баш эйеп

Колдай ярап торормо?!

Яҡшылыҡҡа – якшылык

ҡыла торған йола бар!

Яуызлыҡҡа ҡаршы яу

Сыға торған йола бар!


Verse 2

Борон-борон-борондан

Башлана шул васыят,

Урал батыр ҡалдырған,

Йолаларҙың асылы:

Килә торор халыҡҡа

Яуызлыҡ гел яу булып,

Һәәәәй

Ябырылыр дау булып.

Ерем-халҡыма бөрктөм

Йәншишмәнең бар һыуын.

Канда мәңгелек тамсыһы,

Белһен шуны һәр быуын!

Бик борондан һәр батыр,

Иле өсөн яратыр;

Ныҡ тотор ул йоланы,

Халкы өсөн йән атыр.


Verse 3

Йәншишмәнең һыу юлын

Һеҙгә әйтеп ҡалдырам;

Уның юлы яратыу

Уның юлы – тоғролок

Яратыу үҙ халҡыңды,

Яратыу үҙ телеңде

Тоғролоҡ үҙ илеңә,

Тоғролоҡ үҙ динеңә.

Борон-борон-борондан

Башлана шул васыят,

Урал батыр ҡалдырған,

Йолаларҙың асылы:

Килә торор халыҡҡа

Яуызлыҡ гел яу булып,

Һәәәәй

Ябырылыр дау булып.

Борон-борон-борондан

Башлана шул васыят,

Урал батыр ҡалдырған,

Йолаларҙың асылы

Борон-борон-борондан

Башлана шул васыят,

Урал батыр ҡалдырған,

Йолаларҙың асылы

Did you enjoy these lyrics?

Share with your friends and spread the music!

Ural Vasyaty Hakkında Sık Sorulan Sorular

Leave a Comment

Your email address will not be published. Fields marked with * are required.

By submitting a comment, you accept our privacy policy.