Матур миңә дан булмаҫ та
Өстөмдә йөрөр йән булмаҫ та
Мин сапҡанда — ел кубыр за
Таш та ятып түҙә алмаҫ та
Эйәремдең ҡаршында ла
Булат алмас ҡылысым да
Утка һалһаң, — иремәс̧ тә
Бер нигә тейеп тупармас та
Һөйөп тә алғас та Аҡбуҙын
Һомай ҙа һылыу әйткән дә үҙенең хаҡ һүҙен
Күктә торҙоң йондоҙҙай
Батыр көтөп тә
Рухһыҙҙарын ырғытып та;
Бына килде батырҙар көтөп
Батырлығын да һайлапмы ла
Матурлығын мы
Береһен алаһың
Үҙеңә юлдаш
Миңә һөйгән йәр булыр за
Һиңә булыр иптәш
Һомай майҙан йыйған, ти ҙә
Аҡбуҙатын саҡырған, ти
Күк күкрәп, шау килеп тә
Ерҙә дауыл ҡуптарып та
Йондоҙ һымаҡ атылып та
Аҡбуҙ толпар, атлығып та
Күктән килеп төшкән, ти ҙә
Һомай һылыу алдына ла
Килеп, башын эйгән, ти зҙә
Бөтә майҙан һоҡланған ти
Колағын беҙҙәй ҡаҙаған
Ялын ҡыҙҙай тараған ти
Елгә ҡоштай елпенеп тә
Артында саң уйнатыр за
Хайран итер, уйлатыр за
Бына ошондай Аҡбуҙ ул
Һөйөп тә алғас та Аҡбуҙын
Һомай ҙа һылыу әйткән дә үҙенең хаҡ һүҙен
Күктә торҙоң йондоҙҙай
Батыр көтөп тә
Рухһыҙҙарын ырғытып та;
Бына килде батырҙар көтөп
Батырлығын да һайлапмы ла
Матурлығын мы
Береһен алаһың
Үҙеңә юлдаш
Миңә һөйгән йәр булыр за
Һиңә булыр иптәш
Матур миңә дан булмаҫ та
Өстөмдә йөрөр йән булмаҫ та
Мин сапҡанда — ел ҡубыр за
Таш та ятып түҙә алмаҫ та
Эйәремдең ҡаршында ла
Булат алмас ҡылысым да
Утка һалһаң, — иремәс̧ тә
Бер нигә тейеп тупармас та
